Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Государственный комитет РБ по жилищному и строительному надзору

2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

15 Май 2018
17
0

14 майҙа «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» республика конкурсы буйынса комиссия ултырышы үтте. Уның составында Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты, муниципаль хакимиәт етәкселәре инде.

Конкурсҡа республиканың 16 муниципалитетынан 138 күп фатирлы йорттан ғаризалар ҡабул ителде. Унда ҡатнашыусылар подъезды тәртиптә тотоу, инженер селтәрҙәрҙең, баҫҡыстарҙың, ихатаның таҙалығын тәьмин итеү, энергияны аҙ сарыф иткән технологияларҙы ҡулланыу кеүек шарттарҙы үтәргә тейеш.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин белдереүенсә, быйыл конкурс еүеңселәре ике тапҡырға күберәк. Конкурс еңеүселәре дипломдар һәм 100 мең һумлыҡ премия менән бүләкләнәсәк.

Источник: https://pravitelstvorb.ru/ba/press-office/news.php?ELEMENT_ID=18381