Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Государственный комитет РБ по жилищному и строительному надзору

Иң яҡшы күп фатирлы йорт» республика конкурсы фонды ике тапҡырға арттырылды

5 Июнь 2018
22
0
5 июндә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә үткән Президиум ултырышында 2017 йыл йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» республика конкурсы еңеүселәре урынлашҡан биләмәләрҙә бюджет-ара трансфертты бүлеү тураһындағы бойороҡ ҡарары раҫланды.
– Республика конкурсы 2013 йылдан алып уҙғарыла һәм күп фатирлы йорт советы рәйестәре араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, – тип хәбәр итте торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин. – Быйыл конкурстың аҡсалата фонды ике тапҡырға арттырылды һәм 10 млн һум тәшкил итә. Был, үҙ сиратында, еңеүселәр һанын 50-нән 100-гә тиклем еткерергә мөмкинлек бирҙе.
Конкурста республиканың 16 муниципалитетынан 138 күп фатирлы йорт ҡатнашты. 14 майҙа конкурс комиссияһы ултырышы үтте. Унда 2017 йыл йомғаҡтары буйынса 100 иң яҡшы күп фатирлы йорт билдәләнде. Конкурс еңеүселәре Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрылығының дипломдары һәм 100 000 һум кимәлендә аҡсалата премия менән бүләкләнәсәк. Премия күп фатирлы йорт һәм ер участкаһы сығымдарын ҡаплауға йүнәлтелергә тейеш.
Источник: https://pravitelstvorb.ru/ba/press-office/news.php?ELEMENT_ID=18530