Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Государственный комитет РБ по жилищному и строительному надзору

Беренсе июлдән торлаҡ-коммуналь хеҙмәт хаҡтары артты

29 Июнь 2018
40
0

Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда Башҡортостан ҡулланыусылары торлаҡ файҙаланған өсөн кәмерәк түләйәсәк.

Торлаҡ –коммуналь хеҙмәт хаҡтарының йыл да июль айында артыуы халыҡ өсөн көтөлмәгән хәл түгел. Кешеләрҙе тәү сиратта тарифтарҙың күпмегә ҡиммәтләнеүе ҡыҙыҡһындыра. 2018 йылда күрһәткестәр күләме инфляцияның көтөлгән кимәленә ярашлы күтәрелә. Республика буйынса был һан 8,4 процент.Ресурстарҙың һәр ҡайһыһы үҙ сығымдарын иҫәпкә алып күтәрелһә лә, квитанция буйынса түләүҙәр кимәле сикләнгән индекстан артмай. Федераль округ төбәктәре араһында Башҡортсотан электр энергияһына хаҡтарҙың иң түбән кимәлен тота. Тарифтарҙың иң юғарыһы һыу сығарыуға тура килә, был хеҙмәт өсөн хаҡтар 17,7 процентҡа артты. Һыу менән тәьмин итеү өсөн иһә хәҙер 6,21 процентҡа күберәк түләргә кәрәк. Фатирҙарҙы йылытыу 5,17 процентҡа күтәрелде. Был йәһәттән йәнә бер яңылыҡ – республиканың 13 районында йылылыҡ өсөн түләү тәртибе үҙгәрә. Уларҙа ҡулланыусылар торбалар йылы торған мәлдә генә түләйәсәк. Өфөлә йәшәгән Сергей Шиховцев фатирында шәхси йылытыу приборын файҙалана. Шуға ла квитанцияларҙа хаҡтарҙың һиҙелерлек артыуын көтмәй.Сергей Николаевичтың торлаҡ файҙаланыу ҡағиҙәһе ябай — ресурстарҙың ғәмәлдә ҡулланылған күләме өсөн түләү. Пенсионер йылыны ғына түгел электр энегияһын да һаҡсыл тотоноу әмәлен күргән. Коммуналь хеҙмәттәрҙе талап ителгәнсә генә файҙаланыу квитанциялар буйынса түләүҙәр кимәлен кәметә ала. Хаҡтар шик тыуҙыра икән, ҡулланыусының уларҙы иҫәпләү тәртибен тикшереү хоҡуғы бар. Түләүҙәрҙең кимәле тарифтан артып китһә, йорттоң идара итеүсе компанияһына аңлатыуҙы үтенеп мөрәжәғәт итергә кәрәк. Хеҙмәтләндереүҙең был тармағында ҡағиҙәләр үтәлешен шулай уҡ тарифтар һәм торлаҡ-төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеттары контролдә тота. Бар ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәрҙе уларҙың Интернеттағы сайттарында табырға мөмкин.

источник:https://gtrk.tv/heberzer/91266-berense-iyuldn-torlak-kommunal-hezmt-haktary-artty