Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Государственный комитет РБ по жилищному и строительному надзору

Рөстәм Хәмитов алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау һәм тергеҙеү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

17 Июль 2018
17
0

17 июлдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация кәңәшмәһе ултырышын уҙғарҙы. Ул алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау һәм тергеҙеү буйынса төбәктә ҡабул ителгән сараларға арналды. Кәңәшмәлә хоҡуҡ һаҡлау органдары, профилле ведомство һәм муниципалитет етәкселәре, шулай уҡ төҙөүсе компаниялар вәкилдәре ҡатнашты.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, һуңғы йылда республикала биш оҙаҡ төҙөлгән йорт файҙаланыуға тапшырылыу һөҙөмтәһендә, 276 ғаилә торлаҡҡа күскән. Шул уҡ ваҡытта проблемалы объекттар һаны бер йыл эсендә 29-ҙан 33-кә тиклем артҡан, ә проблемалы йорттар иҫәбе 95-кә еткән. Зыян күреүселәр реестрына 2 014 кеше иҫәпкә алынған.

– Кешеләр беҙҙән ярҙам көтә. Һәр йортто һәм төҙөүсене ентекләп өйрәнергә, ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Төҙөлөш тармағында, торлаҡ баҙарында хәлдең ҡатмарлашыуы менән бәйле объектив сәбәптәр барлығы аңлашыла, – тине төбәк етәксеһе. – Әммә төҙөүсенең эше криминаль юҫыҡта булғанда, хоҡуҡ һаҡлау органдары тиҙ һәм көсөргәнешле эш итергә тейеш. Тәү сиратта, намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән граждандарға килтергән зыянды тулы күләмдә ҡаплатырға кәрәк.

Рөстәм Хәмитовтың башланғысы буйынса алданған өлөшсөләрҙең проблемаларын хәл итеү өсөн быйыл республикала Объекттарҙы төҙөүгә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы булдырылды. Операторға проблемалы объекттарҙы асыҡлау, Росреестрҙың арбитраж идаралыҡтары эшмәкәрлеген контролдә тотоу буйынса Башҡортостан идаралығы менән бергәләп эш итеү, инициативалы өлөшсөләр төркөмдәре менән үҙ-ара эшмәкәрлек алып барыу, зыян күргән граждандарға юридик ярҙам күрһәтеү бурысы йөкмәтелде.

***

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Андрей Трухан төбәктә әҙерләнгән «юл картаһы»на ярашлы 2018 йылда – 27 йорт (441 өлөшсө), 2019 йылда – 54 йорт (793 өлөшсө), 2020 йылда – 12 йорт (486 өлөшсө), 2021 йылда ике йорт (294 өлөшсө) файҙаланыуға тапшырырға күҙалланауын хәбәр итте.

Республиканың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, иң ҙур проблемалы объекттар булып «Миловка паркы» торлаҡ комплексы (төҙөүсеһе «КилСтройИнвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), «Көмөш шишмә» торлаҡ комплексы (төҙөүсеһе «Крона» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), «Яңы Булгаков» торлаҡ комплексы («СтройВертикаль» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), Өфөлә Әхмәтов урамы буйынса йорттар һәм Нефтекамала 25-се биҫтәләге йорттар («Интеграл» акционерҙар йәмғиәте), «Башстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Стәрлетамаҡ) һанала. Был объекттар өлөшөнә бөтәһе дөйөм зыян күреүсе граждандар иҫәбенән яртыһынан күберәге тура килә.

Источник: https://pravitelstvorb.ru/ba/press-office/news.php?ELEMENT_ID=18726

  • Рөстәм Хәмитов алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау һәм тергеҙеү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы